Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.76 ↓

EUR 71.16 ↓

22 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика мәктәптәренең береһендә 11 класс уҡыусыһының ғүмере өҙөлдө

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

5 декабрҙә Нефтекама мәктәптәренең береһендә уҡыусы ҡыҙ вафат булды. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, информатика дәресендә 17 йәшлек ҡыҙҙың хәле ҡапыл насарая. Ул иҫен юғалта. Мәғариф учреждениеһындағы фельдшер ҡыҙға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Ваҡиға урынына шунда уҡ тиҙ ярҙам бригадаһы саҡырыла. Уҡыусыны ҡотҡарып ҡала алмайҙар, ул табиптар килгәнсе яҡты донъя менән хушлаша.

Ҡыҙҙың сире буйынса урындағы поликлиникала иҫәптә торғанлығы билдәле.

Республика Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса тикшереү алып бара. 11 класс уҡыусыһының үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть