Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Киң мәғлүмәт саралары: Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған. Был хаҡта РБК-Өфө Волга буйы округ хәрби суды ҡарарына һылтанып хәбәр итә. Баҫманың Федераль именлек хеҙмәтендәге сығанаҡтары раҫлауынса, урындағы киң мәғлүмәт сараларында таралған ошо мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килә. Енәйәтселәрҙе йыл ярым элек тоттолар, ләкин махсус хеҙмәттәр уларҙың яман уйҙары хаҡында хәбәр итмәне.

Билдәле булыуынса, енәйәтселәр өсәү булған: Өфөнән 35 йәшлек ир, Өфө районынан 63 йәшлек пенсионер ҡатын һәм Һамарҙан бер кеше, уның йәше тураһында хәбәр ителмәй. Баш ҡалала йәшәгән ир-егет баҡсалағы йортонда шартлатыу ҡулайламаһын әҙерләү менән шөғөлләнгән — эҙләгән саҡта ҡулайламаларҙың береһен урында юҡ итергә тура килде. Оло йәштәге ҡатын «террорсыларҙың бағыусыһы булған, төркөмгә яңы ҡатнашыусылар йәлеп иткән һәм ойоштороу эше менән шөғөлләнгән». Һамар кешеһенән боеприпастар һәм автомат тартып алынған.

Хөкөм ителеүселәр бәлиғ булмағандарҙы енәйәт эштәренә йәлеп итеүҙә лә ғәйепләнде. 1 декабрҙә суд ирҙәрҙе «Рөхсәтһеҙ шартлатҡыс матдәләрҙе йәки шартлатыу ҡулайламаларын һатып алыу, һаҡлау, һатыу», «Рөхсәтһеҙ ҡорал һатып алыу», «Алдан килешеү буйынса төркөм тарафынан ҡылынған террор акты» статьялары буйынса 16 һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты. Ҡатын терактты ойоштороуҙа әҙерлек һәм «киң мәғлүмәт сараларын йәки интернет селтәрен файҙаланып, террор ғәмәлен тормошҡа ашырыуға саҡырған» өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, эштең 29 сентябрҙә судҡа ебәрелеүе, уның буйынса 20 ултырыш үткәреүҙәре билдәле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть