Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.25 ↓

EUR 70.84 ↑

16 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ҡатынына ҡиммәтле сит ил машинаһы бүләк иткән полицейский эшенән бушатылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының шәхси именлек бүлеге ведомствоның Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының бүлек етәксеһенә ҡарата тикшереүҙе тамамланы. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Роман Деев хеҙмәткәрҙе эске эштәр органдарынан бушатырға хәл итте.

«Тикшереү барышында әлеге хеҙмәткәрҙең эше хаҡында мәғлүмәттәр, уның ғәмәлдәге ҡануниәтте һәм хеҙмәт дисциплинаһын үтәү-үтәмәүе ентекле өйрәнелде, — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. — Тикшереү мәғлүмәттәре тәфтиш органдарына тапшырылды».

Республика Эске эштәр министрлығының шәхси хәүефһеҙлек хеҙмәте материалдары буйынса Тәфтиш комитеты «вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға хәл итте».

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юғарыла әйтеп үтелгән статья буйынса енәйәт эшен тикшереү барышында Стәрлетамаҡта 29 йәшлек егетте туҡмауҙа ғәйепләнгән 47 йәшлек полиция хеҙмәткәре ҡулға алынған. Ҡулға алыныусы Эске эштәр министрлығы идаралығындағы тап ошо бүлек етәксеһеме, юҡмы икәнлеге әйтелмәй.

«Әлеге ваҡытта енәйәттең хәл-шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть