Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә шиғри һүҙ оҫталары билдәләнде – еңеүселәр автомобиль менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә башҡорт телен яҡлап ойошторолған үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты тамамланды. Шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Үҙ поэмаһынан бер өҙөктө уҡып. Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләкте – «Лада Гранта» автомобилен отто.

Ҡатнашыусыларҙың береһе – шағирә һәм депутат Йомабикә Ильясова ойошторған тамашасы һөйөүе бүләген Азамат Юлдашбаев менән Алина Ғәлиева алды.

Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәле шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр «көрәште». Күп кенә ғаиләләр дуэт менән сығыш яһаны. Үҙенең йәки башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын һайлап, һәр ҡатнашыусы бөтә күңелен асып бирҙе, бер-береһе һәм тамашасылар менән шиғриәт телендә аралашты. Микрофон берҙән-бер ҡорал булды. Финалға сыҡҡандарҙың һәр ҡайһыһы тураһында ҡыҙыҡлы видеояҙмалар-визиткалар әҙерләнгәйне.

  

Финалға шағирә Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәлдең, тәрбиәсе Дилара Әйүпова һәм ҡыҙы Зөлхизәнең, Башҡорт драма театрының актерҙар пары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтарҙың дуэттары сыҡты. Уларҙың сығыштарын жюри ҙә, тамашасылар ҙа һайланған шиғырҙарҙың үҙенсәлекле булыуы, күңелгә үтеп инеүе һәм башҡарыу оҫталығы, парҙа ансамбль тойғоһо өсөн юғары баһаланы.

Театрҙың Грек залында концерт номерҙары менән биҙәлеп, проектта йәрәбә һалыу уҙҙы. Унда сәнғәт оҫталары, шул иҫәптән йәш сәсәниә, «Зәңгәр ҡош – 2017» проекты финалсыһы Ләйсән Золоторева ҡатнашты.

Жюриҙә һүҙ жанры аҡһаҡалдарына әйләнгән абруйлы кешеләр – актер Әхтәм Абушахманов, актер һәм режиссер, Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, дикторҙар Флүрә Мурзина һәм Әхәт Мортазин, шулай уҡ йәш шағирә Эвита Ғәйнетдинова эшләне. Кисәне иҫ киткес алып барҙылар Александр Кузьменко һәм Фирҙәт Ғәлиев, рефери Азамат Ғафаров.

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт проектын «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ҡурай» телеканалы ойошторҙо, авторы һәм етәксеһе – Наилә Сәфәрғолова.

Теги: шиғриәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть