Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↓

EUR 70.93 ↑

20 сентябрь, Йома

Уфа   °

Киң мәғлүмәт саралары: Башҡортостанда тәртип һаҡсыһының ҡатыны бүләк ителгән автомобилгә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда полиция интернетҡа һалынған видеояҙма буйынса тикшереү алып бара. Унда тәртип һаҡсыһы хәләл ефетенә элиталы сит ил машинаһын бүләк итә. Алдан хәбәр ителгәнсә, төбәктең Эске эштәр министрлығы видеояҙмала, ысынлап та, ведомство хеҙмәткәре икәнлеген раҫланы.

РЕН ТВ телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, коррупцияға ҡаршы көрәшеүсе ҡатынына ҡиммәтле «Мерседес» бүләк иткән. Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығындағы бүлек етәксеһенең тормош иптәше әйтеүенсә, видеояҙманы уның телефонынан урлағандар, һәм ул бер кемгә лә уны интернетҡа һалырға рөхсәт бирмәгән. Бынан тыш, тәртип һаҡсыһының ҡатыны һүҙҙәренсә, ғаилә күпмелер аҡса йыйған.

«Беҙ ни өсөн шулай килеп сығыуын аңлата алабыҙ. Иремдең бизнесы юҡ, сөнки ул чиновник, рәсми кеше. Мин — адвокат, гонорарҙарым, йыйған аҡсам бар,— тип асыҡлыҡ индерҙе ул телеканалға. — Машинам трейд-инға тапшырылған. Ошо автомобилде үҙем һатып алдым. Был ғаилә видеоһы — дуҫтар, телеканалдар өсөн түгел».

Әлеге осраҡ буйынса күҙәтеү ведомствоһы тикшереү ойошторған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть