Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↓

EUR 70.93 ↑

20 сентябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала һигеҙ айлыҡ ауыры булған 21 йәшлек Диана Николаева юғалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә 21 йәшлек Диана Николаеваның туғандары ирекмәндәргә ҡыҙҙы эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. «Балаларҙы эҙләү-Өфө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы (Башҡортостан) төркөмөндә яҙыуҙарынса, әле ҡыҙҙың туғыҙ айлыҡ ауыры бар.

Юғалған көндә алһыу төҫтәге мамыҡ куртка, ҡара шапка, күк джинсы салбар, ҡара итек кейгән булған.

«Быйыл 7 октябрҙә егетенә киткән, шул ваҡыттан бирле әсәһе һәм өләсәһе менән бәйләнешкә сыҡмай. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Мәғлүмәттәр булған осраҡта 8-917-804-43-90 телефоны буйынса ҡыҙҙың әсәһенә (Эльвира) шылтыратыу һорала», — тип яҙылған төркөмдә.

«Башинформ» агентлығына ҡыҙҙың әсәһе һөйләүенсә, был көндә Диана үҙенең егете Дмитрий менән осрашырға тейеш була. Ҡыҙ егетенә китә, шунан алып йәштәрҙән бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

«Беҙ полицияға ғариза яҙҙыҡ. Диана бәйләнешкә сыҡмай, социаль селтәрҙә күренмәй, һуңғы тапҡыр «Бәйләнештә» 9 ноябрҙә булған. Уның бәпесләү көнө етеп килә. Мин үҙем — медицина хеҙмәткәре, программа буйынса мәғлүмәтте тикшерәм — бер нәмә лә юҡ, ул бер бала табыу йортона ла мөрәжәғәт итмәгән. Полиция аэропортты, ҡала вокзалдарын тикшерҙе, улар бер ҡайҙа ла билет һатып алмаған, сим-карталарын алмаштырмаған», — тине Диананың әсәһе.

Дмитрийҙың ата-әсәһе лә улдарының юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть