Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↓

EUR 70.93 ↑

20 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфөләге ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһында ҡотҡарыусы зыян күргәндәргә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килде

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә осраҡлы рәүештә Өфө-Шакша трассаһындағы ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан үтеп барған 1 класлы ҡотҡарыусы Александр Григорьев зыян күргәндәргә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килде, тип яҙа уның хаҡында 112 Ҡотҡарыу хеҙмәтенән коллегалары. Агентлыҡ яҙғанса, «Киа Рио» һәм «Лада Приора» автомобилдәре бәрелешкән, һуңғыһы яна башлаған.

Александр эргәһендәге кешеләргә янғын һүндереүселәрҙе, тиҙ ярҙам машинаһын һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға ҡушып, үҙе зыян күргән кешеләрҙе ҡарарға тотона. «Лада Приора»ла ут салонға үтеп инә. Автомобилселәр ҡотҡарыусы менән бергә янғынды һүндерә башлай. Уттан алып сыҡҡан пассажир ҡатынға ярҙам итергә һуң була, ул юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған, күрәһең. Водитель ирҙең пульсы һиҙелмәй, ләкин уны ялҡын телдәре ялмап алған автомобилдә ҡалдырыу тереләй янып үлергә дусар итеү булыр ине. Тәжрибәле ҡотҡарыусы ир кешене алып сыға. «Киа Рио»ла ҡалған ҡатынға саҡырылған ҡотҡарыусылар ярҙамға килә — махсус ҡорамалһыҙ уны сығарыу мөмкин булмай.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ошо аварияла ике кеше — «Лада Приора» водителе һәм пассажиры һәләк булды, 4 кеше — «Киа» водителе, уның ҡатыны, өс йәшлек бала, шулай уҡ «Приора» пассажиры зыян күрҙе. Уларҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть