Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәшәүселәр туҙандан тонсоға

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәр бер нисә көн социаль селтәрҙә ҡаланың туҙан менән ҡапланыуын тикшерә, «Башинформ» агентлығына ла ялыуҙар килә. Урындағы водителдәр әйтеүенсә, йыуғандан һуң автомобилгә шунда уҡ туҙан ултыра. Экологик үҙгәрештәргә айырыуса астма һәм үпкә ауырыуҙары менән яфаланыусылар бик һиҙгер. Туҙан, төтөн, насар химик еҫтәр — быларҙың барыһы ла һаулыҡта нисек сағылыш табыр һәм ҡасан тамамланыр — ҡала халҡын ошо һорауҙар борсой.

«Башинформ» агентлығы туҙандың кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн ни тиклем хәүефле икәнен асыҡларға булды. Хәлгә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының пульмонология буйынса баш штаттан тыш балалар белгесе, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия кафедраһы профессоры Радик Ғәтиәтуллин аңлатма бирҙе.

«Саңға килгәндә, мин дә уға иғтибар иттем. Был бик зыянлы, сөнки тын алыу системаһы былай ҙа миҙгелле респиратор инфекциялар тәьҫиренә дусар, өҫтәүенә инфекция һәм аллергия компоненттары булған бысраҡ һауа. Әлбиттә, бындай осраҡта сирләү хәүефе юғары», — тине профессор.

Балалар пульмонологы һүҙҙәренсә, бөгөн клиник эпидемиология балаларҙың элекке вирус респиратор инфекциялары ла актуаль булыуын күрһәтә, бронхиаль астма һәм аллергик ринит кеүек ауырыуҙар тағы ла киҫкенләшә. Табип балалар организмының инфекцияларға һәм экологик үҙгәрештәргә һиҙгер булыуын билдәләне.

«Аллергик сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Беҙ былай ҙа экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек ҡулланмайбыҙ, өҫтәүенә ошондай хәлдәр, — тине Радик Ғәтиәтуллин. — Әгәр һауала туҙандың күплеген һиҙһәгеҙ, нисек кенә сәйер тойолмаһын, тәҙрәләрҙе асмай тороғоҙ. Ял итеү өсөн елле, ағаслы урындарҙы һайлағыҙ, бигерәк тә ылыҫлы урманда йөрөү файҙалы. Юл буйҙарынан һәм автотранспорт күп булған урындарҙан алыҫҡараҡ китергә кәрәк».

Мэрияның матбуғат хеҙмәтендә әле ҡалала һауа һалҡын һәм ҡоро, тип өҫтәнеләр.

«Ошондай һауа шарттарында һыу һибеү машиналарын файҙаланыу ҡәтғи тыйылған. Юлға һыу һибеү менән ул шунда уҡ һырғалаҡҡа әйләнә, һуңынан йәнә ҡом түгергә тура килә, — тине ведомство вәкиле. — Йәй көнө саң һурҙырғыс автомобилдәр туҙанға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә ине. Улар һәр районда бар һәм ҡаланың барлыҡ үҙәк урамдарына сыға. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай температурала уларҙы файҙаланып булмай. Сөнки хәҙер бысраҡ һәм туҙан туңған, уны йәй көнөндәге кеүек дымландырыу мөмкин түгел. Шуға быны ҡоро килеш эшләү ҡыйынға тура килә».

Шуға ҡарамаҫтан, баш ҡала райондарының төҙөкләндереү буйынса учреждениелары хеҙмәткәрҙәре туҙанға ҡаршы көрәшергә тырыша — улар юл буйын сүп-сарҙан таҙарта. Өфө халҡына, тимәк, һауа шарттарының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен сабыр ғына көтөргә ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть