Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереү буйынса лидер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Медиалогия» компанияһы 2017 йылдың III кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын баҫып сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы йәнә алдынғылығын раҫланы һәм Башҡортостанда өҙөмтә килтереү буйынса тәүге 20 киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә беренсе урын алды.

Республика мәғлүмәт агентлығының цитата килтереү индексы ағымдағы йылдың икенсе кварталы (145,20) менән сағыштырғанда ярайһы уҡ күтәрелгән (186,04).

Алдынғы мәғлүмәт ресурстары араһында икенсе урында – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (120,70), өсөнсөлә – Mkset.ru интернет-ресурсы (88,23). Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бишенсе урынды (52,78) биләй.

Рейтинг «Медиалогия» системаһына ингән 42 900 киң мәғлүмәт сараһы: телевидение, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет – киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Рейтингты иҫәпләгән яңылыҡ агрегаторҙары һаналмаған. Республиканың 20 алдынғы өҙөмтә килтереү саралары менән ошонда танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть