Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы Захар Арзамасцев: «Беҙҙән күберәк талап итергә кәрәк, Вестерлунд йомшаҡ» - видео

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Үҙ боҙҙарында «Аҡ Барыҫтан» 0:5 иҫәбе менән отолғандан һуң «Салауат Юлаев»тың бер нисә хоккейсыһы көйәрмәндәр менән аралашырға һәм еңелеүҙәре өсөн йәнә ғәфү үтенергә булды. Һөйләшеүҙең видеояҙмаһы социаль селтәргә һалынған.

Захар Арзамасцев эскерһеҙ кеше булып сыҡты. Өфө боҙ дружинаһы һаҡсыһы башҡорт хоккейы көйәрмәндәре менән аңлашырға маташты:

«Беҙҙән күберәк талап итергә кәрәк. Вестерлунд ныҡ йомшаҡ, — тине уйынсы. — Беҙгә һаҡсыларҙы пропагандалайҙар. Беҙҙән нимә талап итәләр, шуны эшләйбеҙ. Һөҙөмтә — голдар юҡ. Тренерҙар штабы барыбыҙҙың да бер төрлө уйнауын теләй».

Захар Арзамасцев фекеренсә, «Салауат»тың генераль менеджеры хоккейсыларҙы йыш алмаштыра, ләкин һөҙөмтә юҡ.

«Дөрөҫөн әйткәндә, ошондай уйындан һуң миңә бында сығыуы оят, — тине хоккейсы, башын түбән эйеп, көйәрмәндәр менән аралашыу ваҡытында. — Вайсфельд хәйләкәр һәм һуңғаса фин тренерҙарын яҡлай, сөнки уларҙы эштән бушатһалар, уны ла алыуҙары ихтимал».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть