Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә инвалидтар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

30 ноябрҙә баш ҡалала инвалидтар һәм һаулыҡ торошона бәйле мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә — архивариус, әйҙәүсе инженер, тәрбиәсе, табип, автомобиль водителе, китапханасы, дизайнер, инженер-программист, программист, кассир, консультант, урам һепереүсе, йөк тейәүсе, мастер, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы операторы, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы, слесарь, ремонтлаусы слесарь, слесарь-сантехник, техник, уҡытыусы, фармацевт һәм электр монтажлаусы.

Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Вакансиялар йәрминкәһен үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть