Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Тимур Сафин фехтование буйынса Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Смоленск ҡалаһы ир-егеттәр араһында фехтование буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итте. Ярыштарҙа Башҡортостан исеменән олимпия чемпионы Тимур Сафин һәм уның коллегаһы Тимур Арыҫланов сығыш яһаны. Яҡташтарға сирекфиналда бер-береһе менән алышырға тура килде, унда тәжрибәлерәк Тимур Сафин еңеү яуланы.

Олимпия чемпионы ярымфиналда Ярославль өлкәһе рапирасыһы Александр Сироткин менән осрашты. Һуңғыһы 15:14 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр ителә Рәсәй Фехтование федерацияһының рәсми сайтында. Һөҙөмтәлә Тимур Сафин Рәсәй кубогында көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть