Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Халыҡ-ара йәштәр фестивале ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

28 ноябрҙән 3 декабргә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара төрки халыҡтары мәҙәниәте һәм теле фестивале уҙғарыла.

Унда Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттарының студент коллективтары һәм айырым башҡарыусылар ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың йәше — 25-кә тиклем.

Уларҙы бай конкурс һәм мәғариф программаһы, жюри ағзалары һәм йүнәлештәр буйынса эксперттар, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре көтә. Конкурс программаһында «Вокал», «Инструменталь жанр», «Хореография», «Мода театры», «Нәфис һүҙ» номинациялары ҡаралған.

Фестиваль төрлө милләтле һәм динле йәштәр араһында толерантлыҡ мәҙәниәте, йәш быуында Ватанға, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ мәҙәниәткә, халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, тип билдәләнеләр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә.

Сараны ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт педагогия университы һәм Рәсәй студенттар үҙәге. Студент ойошмалары эшмәкәрлеген үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу барышында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть