Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Ҡурай» геолокация системаһы барлыҡҡа килде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Ҡурай» геолокация системаһы барлыҡҡа килде. «Транспорт-навигация үҙәге» объекттарҙың торған урынын билдәләү өсөн юғары кимәлдәге дөрөҫ билдәләү селтәрен сәнәғәт өлкәләренә файҙаланыуға тапшыра, тип хәбәр итә Волга буйы «Интерфакс»ы.

«Ноябрь айында үҙәк был төр хеҙмәтте күрһәтеүгә, уны баҙарға сығарыуға вәкәләтле булды. Бөтә станциялар ҙа эшләп килә, хеҙмәт өсөн тарифтар элеп ҡуйылған. Бөгөндән алып станцияларға тоташырға мөмкин, бөгөн системаны сәнәғәт өлкәһендә файҙаланыуға тапшырыуыбыҙ хаҡында иғлан итәбеҙ», —  тине Өфөлә «Смарт-төбәк 2017. Һанлы иҡтисад. Электрон уҡытыу мөмкинлектәре» IT-форумы кулуарҙарында компанияның генераль директоры Андрей Быковский.

Төбәк селтәре 24 референт станцияһынан тора, СК2011 дәүләт координаттары системаһына бәйләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть