Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанцияларында рекламаны тыйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияларында реламаны тыйыу тураһында закон ҡабул итте. Хәҙер коммерция ғына түгел, социаль реклама ла тыйылған, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Документҡа аңлатмала билдәләнеүенсә, түләү документтарында реклама мәғлүмәтенең күп булыуы тураһында халыҡтан байтаҡ ялыуҙар килгән.

Депутаттар фекеренсә, квитанциялағы реклама граждандарға приборҙарҙың күрһәтмәһен һәм түләү суммаһын ҡарағанда ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Хәҙер түләү ҡағыҙында реклама булырға тейеш түгел. Өҫтәүенә ундағы мәғлүмәт йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Шуға күрә түләү документында тарифтар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр тураһында ғына мәғлүмәт буласаҡ.

Ошо закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 60 көн үткәс үҙ көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть