Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 4 меңдән ашыу ир-егет декретҡа киткән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2017 йылда Башҡортостанда 4,2 меңдән ашыу ир-егет бала тәрбиәләү буйынса отпуск алған. Был хаҡта республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанып, ТАСС хәбәр итә.

Рәсәйҙә әсәйҙәр урынына бала тәрбиәләү буйынса отпуск алған атайҙар һаны арта. 2016 йылда эшһеҙ булараҡ иҫәптә торған 4 279 көслө затҡа бала тәрбиәләү буйынса пособие түләнгән. 2017 йылдың тәүге 10 айында ошондай 4 261 ир-егет теркәлгән.

Ведомствола иҫәпләүҙәренсә, был тенденция социаль һәм коммерция яғынан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ ролдәренең яҡынайыуы менән аңлатыла. Айлыҡ пособиеның минималь күләме беренсе балаға — яҡынса 3,5 мең, артабанғылары өсөн 7 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть