Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин мәҙәниәт өлкәһендә президент гранттары күләмен арттырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт башлығы гранттарының дөйөм фондын 8 миллиард һумғаса арттырҙы. Яңы финанслау күләме киләһе йылдан ғәмәлгә инә.

Президент ҡарарына ярашлы, 2018 йылдан башлап президент гранттарын түләүгә федераль бюджет ассигнованиеларының дөйөм күләме 8,041 миллиард һум күләмендә билдәләнгән. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт-порталында баҫылған. Өҫтәп үтергә кәрәк, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә «Президент гранттары фонды» ойошторған икенсе конкурста Башҡортостандан һигеҙ ойошма еңеүсе булды. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 10 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Конкурс еңеүселәре араһында: Башҡортостан татарҙары Милли-мәҙәни автономияһы, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы Хәйриә фонды, «Балалар университеты» шәхси белем биреү учреждениеһы, Башҡортостан буйынса Рәсәй дизайнерҙары союзы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Бәләбәй районының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы һәм Сибай ҡалаһының Социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть