Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығында ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башлай.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул «Стоп ВИЧ/СПИД» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 27 ноябрҙән 8 декабргә саҡлы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

Республика халҡына 8-800-100-47-67 телефоны буйынса төбәктә ВИЧ-инфекцияһының эпидемиологик торошо һәм уны иҫкәртеү һорауҙарына кәңәш бирелә. «Роспотребнадзор» идаралығы белгестәре ретровирусҡа ҡаршы терапияның нимә икәнлеген, ВИЧ-ҡа ҡайҙа һәм ҡасан тест тапшырыу мөмкинлеген аңлата.

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 132, 5-се бүлмә, «ышаныс телефоны»: 8 (347) 250-04-72.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть