Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан мәҙәниәт өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 10 миллион һумдан ашыу аҡса алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй «Президент гранттары фонды» ойошторған икенсе конкурста Башҡортостандан һигеҙ ойошма еңеүсе булды. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 10 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Конкурс еңеүселәре: Башҡортостан татарҙары Милли-мәҙәни автономияһы, Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы Хәйриә фонды, «Балалар университеты» шәхси белем биреү учреждениеһы, Башҡортостан буйынса Рәсәй дизайнерҙары союзы, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Бәләбәй районының Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы һәм Сибай ҡалаһының Социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды.

Ике миллион 237 мең һум дәүмәлендә иң ҙур сумманы Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы алды. Был сумма «Һөнәрҙәр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтеләсәк, тип хәбәр ителә «Президент гранттары фонды» сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть