Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» акцияһы барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 80 литрҙан ашыу ҡан тапшырған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә Республика ҡан тапшырыу станцияһында уҙған «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» акцияһы барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 80 литрҙан ашыу ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған. 165 хеҙмәткәр донор булған, тип мәғлүмәт килтерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Донорлыҡ акцияһы Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланған.

2017 йылдың башынан алып 3800 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 451 кеше һәләк булған һәм 4867 кеше төрлө кимәлдә тән йәрәхәте алған.

Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө сиктәрендә Башҡортостанда бер нисә донорлыҡ акцияһы уҙа. Мәҫәлән, 22 һәм 23 ноябрҙә акция Өфө дәүләт нефть техник университетында үтте. Студенттар һәм теләгән һәр кем Республика ҡан тапшырыу станцияһының мобиль ҡан әҙерләү пунктында ҡан тапшырҙы.

Йома, 24 ноябрҙә, донорлыҡ акцияһы Ҡан тапшырыу станцияһында (Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1) Өфө авиация техникумы студенттарын ҡабул итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть