Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

25 ноябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

25 ноябрҙә баш ҡалала сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был юлы ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү дүрт майҙансыҡта ойошторола.

Шулай итеп, Ленин районында йәрминкә — трамвай ҡулсаһы янында һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында була.

Октябрь районында йәшелсә, бал һәм температура режимын һаҡлауҙы талап итмәгән башҡа аҙыҡ-түлекте Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Сипайловола Рыльский урамындағы аллеяла һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть