Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда кафе һәм ресторандарҙа кальян тартыуҙы тыйырға ниәтләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә кафе һәм ресторандарҙа кальян файҙаланыуҙы тыймаҡсылар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында» законға төҙәтмәләр әҙерләгән. Был акция тәмәкене рекламалауға ҡаршы көрәш булараҡ ҡаралған, сөнки кальян тәмәке тартыуҙы күҙ уңында тотмай. Закон проекты федераль норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында урынлаштырылған. Төҙәтмәләр 2018 йылдың 1 июленән үҙ көсөнә инер тип көтөлә, кальянды иһә 2019 йылдың ғинуарынан тыйырға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Бынан тыш, йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу тәжрибәһе киңәйә. Атап әйткәндә, коммуналь фатирҙа тәмәке төтәтеү тыйыла. Бынан тыш, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында тәмәке ҡулланырға ярамай. Тәмәке тартыусылар «сауҙа бинаһына ингән ерҙән» өс метр алыҫҡа китергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть