Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль менеджеры Леонид Вайсфельд көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Көйәрмәндәр һәм хоккей менән айырыуса ҡыҙыҡһынмаған өфөләр ҙә «Какая боль…» тип йырланы. «Салауат Юлаев»тың үҙ боҙонда «Аҡ Барыҫ»ҡа ҡаршы принципиаль уйында үкенесле еңелеүе тарихҡа инде, әммә Өфө клубындағы эштәрҙең торошо тураһында һөйләшеүҙәр бөтә көйәрмәндәрҙә лә ҡурҡыу тойғоһон уята.

Юбилей миҙгелендә тәүге «йәшел дерби»ҙан һуң «юлаевсылар» сисенеү бүлмәһендә ғәфү үтенеүҙән тыш башҡа һүҙҙәр тапманы. Һуңынан «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль менеджеры һүҙ тотто.

«Команда исеменән көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенәһем килә. Әлбиттә, был юл ҡуйғыһыҙ һөҙөмтә, унан да бигерәк өйҙә, алдан әҙерләнеп. Бындай һөҙөмтәгә аҡланыу юҡ. Тикшерәсәкбеҙ, эшләйәсәкбеҙ», — тип Леонид Вайсфельдтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәте.

22 ноябрҙә «Салауат Юлаев» 0:5 иҫәбе менән «Аҡ Барыҫ»ҡа еңелде. Был Ҡазан командаһының Өфө клубындағы иң ҙур еңеүе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть