Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов Дмитрий Хворостовскийҙың ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Илдар Абдразаҡов коллегаһы һәм дуҫы, танылған йырсы Дмитрий Хворостовскийҙың ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Ул хәсрәт һүҙҙәрен социаль селтәрҙәге төркөмдә яҙған.

«Минең өсөн был – ҙур юғалтыу. Сөнки опера музыкаһын яратҡаным һәм йырсы булып киткәнем өсөн нәҡ Дмитрий Хворостовскийға бурыслымын. Ҡасандыр студент саҡта мин уны телевизорҙан күреп ҡалдым, уға оҡшарға, әҫәрҙәрҙе Хворостовский стилендә башҡарырға теләнем. Ул бик үҙенсәлекле кеше булды: унда сикһеҙ талант, матур тауыш, иҫ киткес вокал, киң күңел кеүек сифаттар тупланған. Һуңғараҡ, аралаша башлағас, репертуар һайлауҙа ғына түгел, шәхси тормошомда ла уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала инем. Беҙҙең осрашыуҙар минең өсөн гел байрам ине. Уның менән бер сәхнәгә сығыу, бергәләп йырлау, спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү, уның дуҫы булыу ҙур бәхет булды. Йырсының яҡты донъянан китеүе – бөтә донъя операһы, айырыуса Рәсәй өсөн оло юғалтыу. Сөнки ул Рәсәйҙә йәшәмәһә лә, илһөйәр булып ҡалды, бөтә донъя уны рус йырсыһы тип иҫәпләне. Беҙҙең йөрәктәрҙә ул ҡояш-кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ, уның тауышы, йылмайыуы һаҡланасаҡ. Ныҡ ҡайғырам һәм Дмитрийҙың бөтә туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть