Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова Рәсәй чемпионатында йәнә бер бронза миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ҡазанда йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан спортсыһы Полина Егорова 50 метрлыҡ арауыҡта икенсе бронза миҙал яуланы. Егорова Пенза өлкәһе вәкиле Анастасия Фесикова һәм Санкт-Петербург, Ырымбур өлкәһе өсөн сығыш яһаған Мария Каменеванан бер аҙ ҡалышты.

Бынан алда ул 200 метрлыҡ арауыҡҡа арҡала йөҙөү буйынса ярышта «бронза» алғайны. Салауат спортсыһы шулай уҡ 100 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урынға лайыҡ булды.

«Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Полина Егорова Европа чемпионатына квалификациялы һайлап алыу шарттарын үтәне, ләкин йыйылма составында кем барасағын Рәсәй Йөҙөү федерацияһының тренерҙар штабы хәл итә», — тип аңлаттылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть