Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө һалым йыйыу буйынса һуңғы урынды биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Йыл башынан алып туғыҙ айҙа бюджетҡа һалым йыйыу буйынса Финанс министрлығы рейтингында Өфө һуңғы баҫҡыста тора. Башҡортостандың баш ҡалаһы пландың 62,3 процентын йыйған. Күмертау (78 процент), Салауат (73,4) һәм Стәрлетамаҡ (72,5) тәүге урындарҙы биләй.

РБК-Өфө хәбәр итеүенсә, Өфө мөлкәтте һатыу буйынса планды үтәмәгән, судта кадастр хаҡын баһалау бәхәсендә еңелгән, һәм сығымдары ла байтаҡ. Властар етмәгән 650 миллионды банк займдары иҫәбенә ҡапларға ниәтләй.

Райондар араһында Борай алда килә — пландың 87,1 процентын үтәгән. Әбйәлил, Көйөргәҙе, Хәйбулла һәм Учалы райондары бюджеттары ла 80 проценттан ашыу йыйған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть