Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда янғын: төҙөк булмаған мейес арҡаһында ҡатын һәләк булған, иренең тәне бешкән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Стәрлебаш районында сыҡҡан янғында бер ҡатындың ғүмере өҙөлдө. 22 ноябрҙә төнгө 12 тула 7 минутта диспетчер хеҙмәтенә Банковка ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ваҡиға урынына Стәрлебаш ауыл советының авария-ҡотҡарыу посы ирекмәндәре һәм янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса 14-се отряды ебәрелә.

Таңғы 4 тула 14 минутта янғын тулыһынса һүндерелә.

Утта 49 йәшлек ҡатын һәләк булған. 52 йәшлек ире уны үҙаллы ҡотҡарырға маташһа ла, килеп сыҡмаған. Йорт хужаһының тәне бешкән, ләкин ул дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Янғынды һүндереү барышында ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Әле урында тикшереүсе эшләй. Фажиғәгә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе булыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть