Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала инвалидтарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультациялар биреү аҙналығы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мөмкинлектәре сикле граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө темалар буйынса консультациялар биреү аҙналығын ойоштора.

23 ноябрҙән 3 декабргә тиклем Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына, республика буйынса Социаль страховкалау фондына, медик-социаль экспертизаның баш бюроһына ҡағылышлы компетенциялар буйынса һорауҙар ҡабул ителә.

Һорауҙарҙы «Ломаябарьеры.рф» сайтында ошо бүлектә ҡалдырырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-917-741-80-69.

Халыҡ-ара инвалидтар көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан раҫланған һәм 3 декабрҙә билдәләнә. Төп бурыс — инвалидтарҙың проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү һәм уларҙы бергә туплау. Был көндә инвалидтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бик күп саралар һәм акциялар, концерттар, социаль роликтар күрһәтеү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть