Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Швецияның баш ҡалаһында инглиз телендәге китабы менән таныштырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров, Анна Лари/.

Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда VI Халыҡ-ара китап форумы һәм әҙәби фестиваль (Open Eurasian Literature Festival & Book Forum) уҙҙы. Уны ойоштороусылар булып Евразия ижад гильдияһы һәм «Hertfordshire Press» нәшриәт йорто (Лондон) сығыш яһаны.

Фестивалдә донъяның 14 иленән 300-гә яҡын яҙыусы, шағир, журналист, рәссам, артист һәм ғалим ҡатнашты. «Асыҡ Евразия» конкурсы финалсыһы сифатында Башҡортостандан яҙыусы-сатирик, халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» исеменә лайыҡ булған Марсель Сәлимов та саҡырылғайны. Сара барышында Стокгольмда уның инглиз телендәге яңы китабының исем туйы булды.

Күренекле яҙыусы-сатириктың «The book which has never» («Книга, какой еще никто не писал») тигән китабы Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында донъя күрҙе.

2017 йылда был серияла танылған Евразия яҙыусыларының 18 китабы баҫылып сыҡты. Улар күргәҙмә-йәрминкәләрҙән тыш, ҙур интернет-майҙансыҡҡа — Амазонда, Австралия, Яңы Зеландия, Канада, Швеция, Нидерланд, Дания, Бөйөк Британия һәм АҠШ илдәренең онлайн-магазиндарына ла ҡуйылды. Уларҙы шулай уҡ донъялағы икенсе китап һаҡлағысҡа — Британия китапханаһына тапшырыу ҡаралған.

Солтан Раев (Ҡырғыҙстан), Гөлсифат Шәхиди (Тажикстан), Марал Хадырова (Төркмәнстан), Огдо (Рәсәй, Саха-Яҡутстан), Айгөл Рыҫҡолбәкова (Ҡырғыҙстан), Диләрә Линдсей (Бөйөк Британия), Ленар Шәйех (Рәсәй, Татарстан), Настасья Кузьмичева (Беларусь), Сауле Досжан (Ҡаҙағстан), Назикен Алпамыс ҡыҙы (Ҡаҙағстан), Марина Михайловская (Ҡаҙағстан), Даурен Кастеев (Ҡаҙағстан), Нурым Тайбек (Бөйөк Британия) һәм башҡа яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең китаптары менән таныштырҙы.

Яңы китабы өсөн Марсель Сәлимовҡа «Йыл ҡаҙанышы» тигән махсус премия тапшырылды. «Hertfordshire Press» нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәтйәнов билдәләүенсә, «күренекле башҡорт яҙыусыһы үҙенсәлекле сатираһы һәм юморы менән ошондай ҙур ҡаҙанышҡа өлгәште».

Швецияның Халыҡ-ара китапханаһында һәм Стокгольм ҡалаһының Йәмәғәт китапханаһында үткән ижади осрашыуҙарҙа Марсель Сәлимов Скандинавия китап уҡыусыларына башҡорт, рус, татар һәм инглиз телдәрендәге йыйынтыҡтарын бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть