Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ғаилә медиаторҙары буласаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Набиева/.

Башҡортостандың Йәш депутаттар ассоциацияһы республикала ғаилә медиаторҙарын индереү буйынса закон сығарыу башланғысын тәҡдим итте. Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2016 йылда Башҡортостанда һәр икенсе никах тарҡалған, был төбәктә тыуымдың кәмеүенә, шулай уҡ кире социаль эҙемтәләргә килтергән, тип асыҡлыҡ индерҙе йәш парламентарийҙар.

Республиканың Йәш депутаттар ассоциацияһы ғаилә сәйәсәте өлкәһендә закон проектын тәҡдим итә. Уға ярашлы, айырылышыу процесында мотлаҡ ғаилә медиаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ир менән ҡатын судҡа ғариза яҙғас, уларға ғаилә медиаторына барыу өсөн йүнәлтмә биреү күҙаллана. Хеҙмәт бушлай.

Шулай уҡ медиаторҙар штатына бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн йәш депутаттар дәүләт пошлиналары күләмен арттырыу тәҡдимен индерә.

Бындай тәжрибә Рәсәй төбәктәренең береһендә файҙаланылып, үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы ла инде. Ғаилә медиаторына мөрәжәғәт иткәндәрҙең 70 проценты ғаиләһен һаҡлап ҡалды.

2017 йылдың 27 октябрендә ассоциацияның Күҙәтеү советы менән осрашыуҙа депутттар шундай башланғыс тәҡдим итте. Шулай уҡ юғарыла һанап үтелгән сараларҙы индергәндән һуң тарҡалған никахтар һанын яҙылған ғаризалар һанынан уртаса 30 процентҡа кәметергә мөмкин.

Проект Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына ебәрелгән. Тиҙҙән йәш депутаттар ошо башланғысты тикшереү һәм аҙағынаса эшләп еткереү буйынса саралар ойошторорға ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть