Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә пенсия эш хаҡын уҙып киткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Быйыл Рәсәйҙә пенсия эшләүсе халыҡтың килеменән уҙып киткән. Иҫәп палатаһы тәҡдим иткән материалға ярашлы, ысын пенсияларҙың артыуы инфляциянан юғары. Ғинуар-сентябрь айҙарында ул 4,2 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Шул рәүешле, Иҫәп палатаһы пенсионерҙар быйыл килеме артҡан берҙән-бер социаль төркөм булды тигән һығымтаға килде.

«Известия» гәзите хеҙмәткәрҙәренә «Солид Менеджмент» идара итеүсе компанияһының агент селтәрен үҫтереү директоры Сергей Звенигородский хәбәр итеүенсә, инфляцияның аҡрынайыуы һәм һумдың ниндәйҙер кимәлдә нығыныуы, уға өҫтәп нефткә хаҡтарҙың үҫеше Рәсәй Федерацияһы иҡтисадын тулыландырҙы. «Шуға хөкүмәт пенсионерҙар алдындағы йөкләмәләрен тулы күләмдә үтәүен дауам итә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть