Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Президент гранттары фондының лидер-төбәктәре иҫәбенә инде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Президент гранттары фонды ойошторған конкурс еңеүселәренең лидер-төбәктәре иҫәбенә ингән. Уҙған кис 2017 йылғы икенсе конкурстың йомғаҡтары иғлан ителде. Лидерҙар иҫәбендә: Санкт-Петербург – 117проект, Татарстан Республикаһы – 69, Свердловск өлкәһе – 67, Волгоград өлкәһе – 67, Башҡортостан Республикаһы – 57, Иркутск өлкәһе – 53, Новосибирск өлкәһе – 53, Красноярск өлкәһе – 52, Мәскәү өлкәһе – 48.

Ғариза тапшырған ойошмаларҙың һәр бишенсеһе грант алған, тип хәбәр итте Президент Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко. Улар иҫәбендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Йәштәр гвардияһы». Ул Башҡортостанда төбәк проекттарына ярҙам алды.

«Миллиард һумдан ашыу ауыл тораҡ пункттары һәм кесе ҡалалар проекттарына юлланды. Был нимәне аңлата? Тимәк, кешеләр коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, уҙғарылған конкурстың асыҡлығына һәм ғәҙеллегенә ышанды, уға бик әүҙем ғаризалар тапшыра», — тип Сергей Кириенконың һүҙҙәрен килтерә «Известия» гәзите.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшенең популяр йүнәлештәре – һаулыҡ һаҡлау, граждандарҙы социаль яҡлау, ғилми, мәғариф һәм аң-белем проекттарына ярҙам итеү, шулай уҡ тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу.

Икенсе конкурста президент гранттарының дөйөм суммаһы 4,5 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамға бөтәһе 6,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть