Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев»тың баш тренеры Эркка Вестерлунд: Отставкаға китергә йыйынмайым

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының 10-сы миҙгелендә тәүге «йәшел дерби»ҙа Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ына биреште. Ҡунаҡтар Башҡортостан клубын 5:0 иҫәбе менән ҡыйратты. «Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәренең ни өсөн еңелгәнен аңлатты.

«Тәүге ике осорҙа Ҡазан хаталарыбыҙ менән файҙаланды. Кәрәк урында шайба индерҙе. Өсөнсө осорҙа беҙ команда булараҡ уйнаманыҡ, беҙ берәрләп уйнаныҡ», — тине уйындан һуңғы конференцияла фин белгесе.

Шулай уҡ Вестерлунд белдереүенсә, «Салауат»тың бындай еңелеүҙәре – ул тренер өсөн уҡыу процесы һәм ул отставкаға ғариза яҙырға йыйынмай.

«Иртәгә уйынсылар менән бергәләп бөтә уйынды тикшерәбеҙ, сөнки гел генә бер үк хата яһайбыҙ», — тине Эркка Вестерлунд.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть