Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Нәҡ ғаиләлә туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата ихтирам, тәү сиратта, ғаиләлә тәрбиәләнә. Ошо хаҡта ул Әсә көнөнә арналған байрам сараһында белдерҙе.

— Нәҡ ғаиләлә туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Өйҙә туған телдә һөйләшеү, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарау, гәзит һәм журналдар уҡыу, ғаилә менән концерт һәм спектаклдәргә йөрөү мөһим. Ул балаларға туған телде өйрәнергә ярҙам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күптеллелек – ул иң мөһиме. Ул донъяны аса. Күптелле балаларҙың мөмкинлектәре монотеллеләргә ҡарағанда ярайһы уҡ күберәк.

Республика Башлығы яңыраҡ дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйыуын хәтергә төшөрҙө. Әлеге ваҡытта уны тормошҡа ашырыу буйынса план әҙерләнә.

— Тейешле финанслау тәьмин ителәсәк. Гранттар буласаҡ. Башҡорт телен күтәреү һәм ярҙам итеү фонды ойоштороласаҡ, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, был эште атҡарасаҡбыҙ, башҡорт һәм татар телдәренә генә түгел, сыуаш, мари, удмурт, белорус, украин һәм башҡа туған телдәргә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Туған телендә һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға теләгәндәрҙең барыһына ла ошондай мөмкинлек биреләсәк. Бында бер ниндәй ҙә кеше хоҡуҡтарын ҡыҫыу, дискриминация булмаясаҡ. Бөтәһе лә ғәҙел һәм дөрөҫ итеп тормошҡа ашырыласаҡ.

Төбәк етәксеһе һыҙыҡ өҫтөнә алып, бөгөнгө көнгә төп бурыс — республикала милләт-ара, конфессия-ара именлекте һәм татыулыҡты нығытыу, тине.

— Йәнә бер ҡат ҡабатлайым – нәҡ ғаиләлә башҡа телдәргә, мәҙәниәттәргә, диндәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләнә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ниндәй телдәрҙә һөйләшеүебеҙгә йәки ниндәй аллаларға табыныуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть