Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Медицина-генетика үҙәге 2018 йылдың ғинуарынан эшләй башлай – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Медицина-генетика үҙәге 2018 йылдың ғинуарынан эшләй башлай. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Әсә көнөнә арналған байрам сараһында белдерҙе.

— Киләһе йылдың ғинуар айынан медецина-генетика үҙәге эшләй башлай. Ул нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн иртә ДНК-диагностикалау уҙғарыу мөмкинлеге бирә. Ундайҙар Рәсәй Федерацияһында күп түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Республикабыҙҙа ошондай ҡатмарлы, теүәл ғилми, тикшереү үҙәктәре эшен юғары кимәлдә ойоштора алған белемле кешеләр бар, әлбиттә. Генетика, нәҫел анализы аша медицинабыҙҙы бөтөнләй икенсе кимәлгә сығара алабыҙ. Был эште, һис шикһеҙ, башҡарырбыҙ. Былар барыһы ла осһоҙ тормай, әммә был йәһәттән аҡса йәлләргә ярамай.

Рөстәм Хәмитов, республикала бала табыу йорттары һәм бүлектәре, балалар поликлиникалары төҙөлә, тип билдәләне. Улар бөтәһе лә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, былтыр яңы Республика перинаталь үҙәге асылды, унда 2 600-ҙән күберәк сабый донъяға килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть