Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Федерация Советында «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә конкурс бағыусылары советының ултырышы үтте. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан дәүләт власы башҡарма органы вәкиле Лилиә Ғүмәрова бағыусылар советы рәйесе итеп һайланды.

Һөҙөмтәлә көҙгө конкурс һайлап алыуында алты проект еңеүсе булды, уларҙы тормошҡа ашырыуҙың дөйөм хаҡы биш миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән иң яҡшы күрһәткестәргә эйә субъект булып тора.

«Артабан, конкурс уҙғарыуҙан тыш, бағыусылар советы майҙансығында төбәктәрҙең һәм конкурсты ойоштороусыларҙың алымдарын тура килтереү, дәүләт институттарының, кредит-финанс учреждениеларының, шәхси инвесторҙарҙың һәм проект инициаторҙарының көсөн берләштерергә мөмкинлек биреүсе системалар булдырыу өсөн тәҡдимдәр һәм норматив акттар әҙерләү буйынса эш алып барырға кәрәк», — тине сенатор. Ул билдәләүенсә, 2018 йылда эштең төп йүнәлеше – министрлыҡтар һәм ведомстволар менән инвестиция эшен алып барыуға дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы инвестиция проекттары менән берҙәм эшмәкәрлек регламентын булдырыуҙы ойоштороу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть