Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы. Байрам сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

— Бөгөн, ҡәҙерле әсәләр, һеҙгә сикһеҙ һөйөүегеҙ, хәстәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ, ғәйәт ҙур яратҡан йөрәгегеҙ һәм изге ҡулдарығыҙ өсөн бик яҡшы рәхмәт әйтеү мөмкинлеге. Беренсе ҡарашҡа күренмәҫлек көн һайын һалған тырышлылығыҙ тормошобоҙҙо яҡшыртып ҡына ҡалмай, һеҙ унда айырым бер ғаилә йылыһы һәм бәхете гармонияһын төҙөйһегеҙ – тине төбәк етәксеһе. – Нәҡ һеҙ, ҡәҙерле әсәләр, аралашҡанда һәм уйнағанда, өйҙә эшләгәндә һәм тышта йөрөгәндә балаларҙы хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтәһегеҙ, уларҙа мәрхәмәтлелек, ҡылған эштәре өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләйһегеҙ, тыуған ҡалаға йәки ауылға, һөҙөмтәлә бөйөк Ватаныбыҙға һөйөү тойғоһон уятаһығыҙ.

Нәҡ әсәләр бала тыуыу һәм уға тәрбиә биреү менән бәйле изге эште алып бара, тип билдәләне республика Башлығы.

— Һеҙҙең барлылығыҙ, эшләгән изгелелегеҙ, күрһәткән күңел йылығыҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт тойғоларбыҙҙы тулыһынса еткерерлек юҡтыр һүҙҙәр, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Тик һеҙҙән, беҙҙең ҡәҙерле әсәләр ғаилә һәм балалар именлеге генә түгел, ә республикабыҙҙың һәм бөтөн Рәсәйҙең киләсәге тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть