Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Волейболға 40: Башҡортостанда иң күмәк спорт төрөн нисек үҫтерәләр

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда волейбол үҙенең оло юлын Леонид Брежнев идара иткән дәүерҙә башланы. Тәүге профессиональ командалар «Тантал» (унда Өфө авиация институты вәкилдәре сығыш яһаған) һәм «Өфөкабель» (завод хеҙмәткәрҙәре уйнаған) тип аталған. Һуңғараҡ уларҙы «Башҡортостан нефтсеһе» клубына берләштергәндәр. Тренер Валерий Багметов менән бергә команда дүрт йылда ир-егеттәр Суперлигаһына сыҡҡан. 2007 йылда «Башҡортостан нефтсеһе»н «Энергетик» менән берләштергәндәр.

Бөгөн волейбол республикала иң күмәк спорт төрө булып иҫәпләнә. Статистика буйынса, уның менән Башҡортостанда 60-70 меңләп кеше шөғөлләнә.

Башҡортостандың баш ҡалаһында профессиональ волейболды «Урал» клубы тәҡдим итә. 10 йылда бында Ллой Болл, Османи Хуанторена, Алексей Казаков, Алексей Спиридонов кеүек билдәле спортсылар уйнаны.

Төбәктә волейбол үҫеше тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть