Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә һәләтле уҡыусылар өсөн «Балалар стартап көнө» уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

25 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Фәндәр академияһында «Балалар стартап көнө» уҙғарыла. Идеялары һәм асыштары булған уҡыусыларҙың эксперттар алдында сығыш яһау һәм үҙҙәренең проекттарына баһа алыу мөмкинлеге бар. Иң яҡшы проект авторҙарын бүләкләү һәм федераль конкурстарҙа ҡатнашырға тәҡдим итеү ҡаралған.

Ҡатнашыу бушлай, теркәлергә кәрәк. 13-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр саҡырыла.

Стартап көнө һәләтле балаларҙы инновацион процестарға йәлеп итеү өсөн уйланылған. Программа уңышлы технологик эшҡыуарҙарҙың, ғилми-техник һәм инновацион эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү ойошмалары вәкилдәренең сығыштарын, уҡыусыларҙың төркөмдәрҙә идеялар һәм проекттар өҫтөндә эшләүен, шулай уҡ индивидуаль консультацияларҙы күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть