Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иғлан ителде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанстат ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә социаль өлкә ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы кимәлен хәбәр итте.

Статистар мәғлүмәтенсә, ошо ваҡыт эсендә республикала табиптарҙың уртаса эш хаҡы 46 684 һум тәшки иткән.

Урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы яҡынса ике тапҡырға кәмерәк — 24 708 һум.

Кесе медицина персоналы вәкилдәре айына уртаса 19 270 һум ала.

Мәғариф өлкәһенә килгәндә, 2017 йылдың ғинуар-сентябрендә республика юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡы 48 837 һум булған.

Урта махсус уҡыу йорттарында уҡытыусылар һәм мастерҙар ай һайын 25 874 һум ала.

Башҡортостандағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының эш хаҡы уртаса 23 005 һум тәшкил итә.

Дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә күберәк — айына уртаса 27 209 һум түләнә.

Балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары уртаса 22 194 һумға иҫәп тота ала.

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә эш хаҡы яҡынса шундай — 22 052 һум.

Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре барыһынан да аҙыраҡ ала — айына уртаса 19 948 һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть