Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский яҡты донъянан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған опера йырсыһы Дмитрий Хворостовский бөгөн Лондонда урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 4 тула 24 минуттан яҡты донъянан китте. Был турала йырсының яҡындары һәм дуҫтары, шул иҫәптән Илдар Абдразаҡовтың вәкиле хәбәр итте.

Дмитрий Хворостовский ике йыл дауамында дауалап булмай торған мейе яман шеше ауырыуы менән ҡыйыу көрәште. Яңыраҡ, 16 октябрҙә, ул үҙенең 55 йәшен билдәләне.

Һуңғы көндәрен йырсы Лондонда үҙ йорто янындағы хосписта яҡындары эргәһендә үткәрҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

Башҡортостанда Дмитрий Хворостовскийҙың ижадын үҙ итеүселәр бихисап, ул күп тапҡыр Өфөлә сығыш яһаны. 2015 йылда «Дмитрий Хворостовский, Илдар Абдразаҡов һәм дуҫтар — балаларға» хәйриә концерты шундай йыр сәнғәте байрамдарының береһе булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть