Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Урал-батыр» эпосын тәүгә грек һәм итальян телдәрендә һөйләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

24 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостан социаль технологиялар инситутында, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VIII Халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла.

Конкурста 5-11 класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша. Бәйгегә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһай.

Йәш сәсәндәр «Урал-батыр» эпосынан өҙөктө Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләргә тейеш. «Урал-батыр»ҙы башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, төрөк, иврит һәм тәүге тапҡыр грек, итальян, ғәрәп, пуштун, тамил, поляк телдәрендә һөйләйҙәр.

Номинациялар иҫәбендә — эпосты ятлау ғына түгел, ә «Урал-батыр» һәм донъялағы башҡа халыҡтарҙың эпостары геройҙары йөрөгән урындар буйлап презентация, «Урал-батыр» эпосы эмблемаһының һүрәтен тәҡдим итеү.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, республиканың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары булышлығында Башҡортостан социаль технологиялар институты. Бәйгенең төп маҡсаты — «Урал-батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу; башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр һәм әүҙем тормош позицияһы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть