Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Континенталь хоккей лигаһының юбилей миҙгелендә беренсе «йәшел дерби»: «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын ҡабул итә

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер ай «Өфө-Арена» боҙонда хоккей күрмәне. Башҡортостан клубы оҙайлы күсмә сериянан һуң тик ике еңеү («Куньлунь Ред Стар» һәм «Сочи») менән ҡайтты. Бөгөн, 22 ноябрҙә, «юлаевсылар» өйҙә Континенталь хоккей лигаһының көнсығыш конференцияһы лидеры – Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын ҡабул итә.

Букмекерҙар алдағы 71-се «йәшел дерби»гә ставкалар ҡуйырға ашыҡмай. Ике ярышташ та күп һәм матур шайбалар индерергә белә. Әммә һуңғы ваҡыт өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа һөҙөмтә менән айырылмай. Билдәләп үтергә кәрәк, «Аҡ Барыҫ» Башҡортостандың баш ҡалаһына Омскиҙың «Авангард»ынан буллиттар серияһында еңелгәндән һуң килде.

«Салауат Юлаев» – «Аҡ Барыҫ» уйыны Өфө ваҡыты буйынса киске 7-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть