Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1,585 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1 585 578 тоннаға еткән. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 307 центнер.

Татлы тамыраҙыҡ уңышы буйынса алдынғыларҙа – Өфө һәм Саҡмағош райондары – һәр гектарҙан – 400 һәм 383 центнер.

Бөтәһенән дә күберәк уңышты Благовар районы сөгөлдөрсөләре йыйған – 220 мең тонна самаһы. Алған уңышты шәкәр заводтарына иң күберәге Бүздәк районы хужалыҡтары оҙатҡан – 157 мең тоннанан ашыу.

Республика аграрийҙары шәкәр заводтарына йәмғеһе 1, 044 миллион тонна сөгөлдөр тапшырған. Әлеге ваҡытта уларҙың 756 мең тоннанан ашыуы эшкәртелгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы буйынса Волга буйы федераль округының өс алдынғы төбәгенә ингән һәм илдә 11-се урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть