Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

23 ноябрҙә өфөләрҙе сәнәғәт предприятиелары вакансиялары йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

23 ноябрҙә баш ҡалала сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — әйҙәүсе инженер, автомобиль водителе, йөк тейәүсе, инженер, инженер-конструктор, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь-ремонтлаусы, токарь һәм тракторсы.

Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Вакансиялар йәрминкәһен үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть