Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала радиактив бысраныу осраҡтары теркәлмәгән – Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы республика биләмәһендә радиактив бысраныу осраҡтарын теркәмәгән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында һәм Дыуан районында урынлашҡан «Роспотребнадзор»ҙың 49 нөктәһендә эсәр һыуҙа, һыу ятҡылыҡтарында, тупраҡта, һауала һәм аҙыҡ-түлектә тәбиғи радиация фонына даими мониторинг алып бара. Башҡортостанда һуңғы өс йылда радиация хәле ныҡ үҙгәрмәгән һәм дөйөм алғанда уртаса ҡала. Республика һәм Өфө биләмәһендә радиация характерҙағы ваҡиғалар теркәлмәгән, тип айырып әйттеләр идарлыҡта.

Ағымдағы йылда 774 тикшеренеү уҙғарылған – норманан артыҡ радионуклид булыу осрағы теркәлмәгән.

Уҙған көндә «Башинформ» агентлығы күрше Силәбе өлкәһендә рутенийҙың саманан тыш күп булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть