Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республика рапирасыһы халыҡ-ара турнирҙа көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Мәскәү ике тапҡыр олимпия чемпионы Сергей Шариков иҫтәлегенә фехтование буйынса XXIX халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итте. Турнирҙа Башҡортостан исеменән йәш рапирасы-кадет Дамир Фәхретдинов сығыш яһаны. Спортсы көмөш миҙал яуланы.

Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дамир ярымфиналда Курск өлкәһе рапирасыһы Данил Кравцов менән алышты. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ 15:8 иҫәбе менән еңде. Финалда иһә Фәхретдинов Санкт-Петербург вәкиле Даниил Федоровтан еңелде. Осрашыу 3:15 иҫәбе менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть