Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы һалым льготалары индерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан парламентарийҙары төбәк хөкүмәте менән концессия килешеүе йәки дәүләт-шәхси партнерлыҡ килешеүе төҙөгән һалым түләүселәр өсөн ойошмалар милкенә һалым буйынса льгота билдәләргә тәҡдим итә. Льготаның ғәмәлдә булыуы ваҡыты килешеү ваҡыты менән сикләнә. Депутаттар киләһе пленар ултырышта ошо закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Шулай уҡ республиканың төп капиталға инвестициялар күләме 5 миллиард һумдан ашыу булған өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда инвестиция килешеүе төҙөлгән мәлдән алып өс йылдан биш йылға тиклем һалым льготалары күләмен билдәләгәндә капиталь һалыуҙарҙы раҫлау ваҡытын арттырырға тәҡдим ителә.

Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған ойошмалар өсөн юридик берәмекте үҙгәртеп ҡороуға бәйле льготалар (түбән ставкалар) алыу шарттары киңәйә. Үҙгәртеп ҡороу процесында булған инвесторҙарға льготаны файҙаланыу хоҡуғын һаҡлап ҡалыу ҡарала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть