Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Юграла балаларҙың үлеме тураһында эштә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында енәйәт эшендә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр. Ошо хаҡта Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Суд Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында эште ҡарай башланы. Фажиғәлә 10 баланың ғүмере өҙөлдө.

«Енәйәт эшен тикшереү барышында Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре: бүлек етәксеһе Н. М. Дергунов һәм инспектор Н. А. Степанова эштәренә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнде. Улар ЮХХДИ-ның федераль мәғлүмәт системаһына Раил Сәйетхановтың (йөк машинаһы водителе) водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе хаҡында мәғлүмәттәр индермәгән. Әлеге ваҡытта Степанова вазифаһынан ситләтелгән, Дергунов эшенән бушатылған. Бынан тыш, бөгөн Ханты-Манси автономиялы округында Нефтеюганск хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған Александр Комарницкийҙы тотҡандар», — тип хәбәр ителә ведомствоның сайтында.

Төбәктә ведомствоның үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре эшләй. Александр Бастрыкин да һәләк булған балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу өсөн төбәккә юлланырға әҙер.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың 4 декабрендә «Сибиряк» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 33 тәрбиәләнеүсеһе һәм тренерҙар Ханты-Мансиҙан Нефтеюганскиға юлға сыға. Төмән — Тобольск — Ханты-Манси юлының 926-сы саҡрымында автобус ҡаршыға килгән йөк машинаһы менән бәрелешә (рулдә Сәйетханов ултырған). Һуңынан автобус ҡаршы һыҙатҡа сығып, тағы бер йөк автомобиленә бәрелә. Автобустағы 12 пассажир, шул иҫәптән 10 бала һәләк була, ә 19 кеше, шул иҫәптән 16 бала йәрәхәтләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть