Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа йәш кандидаттар эҙләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа йәш кандидаттар эҙләй. Улар йәштәр праймеризы барышында билдәләнә. Был турала ҡарар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында ҡабул ителде.

Праймеризға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетына Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Башҡортостандың йәш депутаттар ассоциацияһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Йәш армия, студент ойошмалары вәкилдәре инде. Ойоштороу комитетын Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе Вито Сабиров етәкләй, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙән. Өҫтәүенә уҙғарыу форматын һәм еңеүселәрҙе йәштәр үҙҙәре билдәләргә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 9 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай депутаттарын һайлайҙар. Ошонан алда «Берҙәм Рәсәй» алдан тауыш биреү ойоштора, унда пассив һайлау хоҡуғына эйә, башҡа партияла ағза булып тормаған һәм хөкөм ителмәгән барлыҡ граждандар ҡатнаша ала.

Праймеризда ҡатнашыу йәштәрҙе дебаттарға әҙерләй, уларҙы танытырға һәм электораль базаны киңәйтергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, Граждандар университетында еңеүселәр өсөн дәрестәр үткәреү ҡаралған. Унда билдәле сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, политологтар, ғалимдар сығыш яһай. Праймеризда үҙен сағыу күрһәткән һәр ҡатнашыусы партияның кадрҙар резервына ҡабул ителә, улар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярҙамсылары ла була ала. Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» һайлап алыу турында ҡатнашҡандарҙың ҡыҙыҡлы идеяларын һәм тәҡдимдәрен үҙенең һайлау алды программаһына индерә.

«Беҙ тәүге тапҡыр йәштәр ошондай мөмкинлек бирәбеҙ, улар кандидаттарын үҙҙәре билдәләй һәм әҙерләй ала», — тине ултырышта Константин Толкачев

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть